Найти тему
Башҡортостан гәзите

Партия – ул кешеләр

Бөгөн, 1 декабрҙә, Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Сарала Партияның төбәк бүлексәһе Секретары урынбаҫары, Партияның Юғары советы ағзаһы, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Дәүләт Думаһы депутаттары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, урындағы бүлексә секретарҙары, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Константин Толкачев тәбрикләне, шулай уҡ сығышында уҙған һайлау һөҙөмтәләре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарған эштәре, алда торған бурыстары тураһында һөйләне. “Партия – ул кешеләр. Республика һәм Рәсәй мәнфәғәте өсөн эшләргә теләк һәм энергия менән тулы кешеләр. Һәр кемдең индергән өлөшөн баһалайбыҙ: беҙҙең менән Төбәк партия Советында һәм Төбәк партия Советы Президиумында эшләгән партия ағзаларын, урындағы яуаплы хеҙмәткәрҙәребеҙҙе — бүлексәләрҙең башҡарма секретарҙарын, беренсел бүлексәләрҙең секретарҙарын. Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең бөтә ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алырлыҡ ҙур, көслө командаһы бар. Башҡортостан Республикаһында граждандарға туранан-тура ярҙам күрһәтеү буйынса бик күп саралар тормошҡа ашырыла. Партия ағзалары һәм ирекмәндәр махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән эшләй. Хәрбиҙәр өсөн күптән түгел 102-се гуманитар конвой ебәрелде, – тине Константин Толкачев сығышында. Конференцияла алдағы осорға “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенең өҫтөнлөклө бурыстары ҡаралды, партияның Президиумы һәм Совет ағзаларын, шулай уҡ 17 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк партияның XXI съезына Башҡортостандан ҡатнашасаҡ делегаттарҙы һайланылар. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илшат Визәғәтов: – Партия Президиум, Совет составтарын, идаралыҡтың барлыҡ органдарында кадрҙарҙы даими рәүештә алмаштырып тора. Әле мине төбәк партия Советы Президиумы составына һайланылар. Хәҙер партия линияһы буйынса миңә эш ҡушыласаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға эшкә килгәнсе Яңауыл районы хакимиәте башлығы булып эшләгәс, бындай эшмәкәрлек минең өсөн яңылыҡ түгел. Бөгөн Яңауылда халыҡты ҡабул иттем, ул дүрт сәғәт барҙы, 17 кеше килде. Был эш миңә оҡшай. Халыҡ менән эшләү һәйбәт, әгәр кеше һине аңлағанда, ишеткәндә. Алдағы көндә лә был юлдан тайпылмаҫҡа инде. 2007 йылдан башлап партия ағзаһы булып торам, шул уҡ ваҡытта 15 йыл Яңауылда партияның урындағы башҡарма комитеты секретары булдым. Шуны әйтер инем, “Берҙәм Рәсәй” кеүек халыҡ менән эшләгән партиялар әлегә юҡ. Был һүҙҙә генә түгел, ә ысын эш менән дә иҫбатлана. Әлегә тиклем әүҙем эшләнек һәм алдағы көндәрҙә лә был тиҙлекте кәметмәҫбеҙ, тип ышанам. Фотолар: erbashkortostan һәм Рәмилә Мусина.