Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттары насар булыу сәбәпле 2 декабрҙең 06.00 сәғәткә тиклем йөк транспорты өсөн хәрәкәте сикләнә: - Архангел һәм Белорет райондарында Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы буйлап 67+000 – 205+000 километрындағы участкаһында, - Учалы һәм Белорет райондарында Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлы буйлап 2+000 – 93+000 километрындағы участкаһында, – Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан райондарында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы буйлап 0+000 – 204+000 километрындағы участкаһында. Иглин районында автомобиль юлдары буйлап: – М-5 “Урал” – Оло Тәләк 0+000 км 10+600 километрындағы участкаһында, – М-5 “Урал” Иглин 0+000 – 5+400 километрындағы участкаһында; – Иглин-Ҡыҙыл Көнсығыш 0+000 км 51+800 километрындағы участкаһында; – Иглин – Кәлтә 0+000 – 7+800 километрындағы участкаһында, М-5 “Урал” Пятилетка 0+000 – 3+800 километрындағы участкаһында. Сикләү ваҡыты үҙгәртелеүе мөмкин. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон - 112. БР Юл хужалығы идаралығы диспетчерының тәүлек әйләнәһе эшләгән телефоны: 8-927-955-11-00. Фото: https://t.me/mchsrb01/5895