Был хаҡта Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә. "Мәскәүгә барҙым, "Социаль инициатива (инклюзия)" номинацияһын алдым һәм ҡәнәғәт булып ғаиләмә ҡайттым. Иҫ киткес ҡыҙыҡлы ваҡиға һәм иҫ киткес ҡунаҡтар. Ойоштороусылар ысын күңелдән тырышты! Бындай саралар - фекерҙәштәр менән туранан-тура танышыу һәм осрашыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Сөнки ғәҙәти көндәрҙә был ваҡытты табыу реаль түгел... Барыһы ла яҡшы үтте, аралаштыҡ, таныштыҡ. Йышыраҡ шундай сәфәрҙәр яһарға кәрәк, фекерҙәштәр менән һөйләшерлек нәмәләр күп, тормош бер урында тормай!Беләһегеҙме, бындай номинацияла еңеү миңә бик оҡшаны, ләкин мин шуны иҫкә төшөрөргә теләйем: яҡшылыҡ эшләү танылыу өсөн түгел, ул эстән - йөрәктән булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына быларҙың барыһы ла мәғәнәле буласаҡ", -тип яҙған Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрендә. Афарин, Рөстәм! Артабан да еңеүҙәр һәм уңыштар насип булһын! Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәренән.