1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть техник университетының 75 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе университет ветерандарын, уҡытыусыларын, студенттарҙы уҡыу йортоноң юбилейы менән ҡотланы һәм Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Хөрмәтле дуҫтар! Тантана ҡунаҡтары! Университетты тамамлаусылар! Һеҙҙе уҡыу йортоноң 75 йыллығы менән ҡотлайым! Был - республика өсөн мөһим дата. Беҙҙең нефть университеты - Башҡортостандың юғары мәктәбе флагмандарының береһе, бренды, тип тә әйтер инем. 75 йыл буйы бында нефть-газ өлкәһенә, химия технологиялары, машиналар төҙөү, төҙөлөш, архитектура һәм башҡа өлкә өсөн 125 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Был уҡыу йортон тамамлаусылар һәр саҡ һорау менән файҙаланды. Бөгөн улар Рәсәй төбәктәрендә һәм башҡа илдәрҙә хеҙмәт итә. Күптәре ҙур ғалим, күренекле дәүләт эшмәкәре, нефть-газ һәм энергетика компаниялары етәкселәре һәм беренсе класлы белгес булып китте. Үҙенең иң яҡшы традиция
Радий Хәбиров уҡыу йортоноң 75 йыллығы менән ҡотланы
1 декабря 20231 дек 2023
1 мин