Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәүефһеҙлек ишетелергә тейеш!

“Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы тарафынан “Хәүефһеҙлек ишетелергә тейеш тигән проект эшләй башланы. Был компания белгестәре әҙерләгән газ хәүефһеҙлеге буйынса махсус проект һаңғырау һәм насар ишеткәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Проект сиктәрендә компания бер нисә сара уҙғарасаҡ. Улар барыһы ла көнкүрештә газды хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен ишара теле менән аңлатыуға көйләнгән. Компания бер нисә уҡытыу роликтары әҙерләгән. Улар көнкүрештә газ ҡорамалын файҙаланыу менән бәйле ҡатмарлы хәлдәрҙе булдырмауға, насар ишеткәндәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итер. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәте ярҙамында махсус саралар ҙа ойоштороласаҡ. -Хәүефһеҙлек дәрестәре, тормош дәрестәре һымаҡ уҡ, һәр бер кеше өсөн мөһим. Физик мөмкинлеге сиклеләргә күпкә ҡатмарлыраҡ. Беҙ газды хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен уларға аңлайышлы итеп һөйләргә теләйбеҙ, - тине “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - “Газпром газ бүлеү Өфө” идарасы ойошмаһының киң мәғлүмәт саралары буйынса кәңәшсеһе Анастасия Кенина. Сығанаҡ: “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте.