Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауыл халҡының тауыҡтары юғала башлаған

Быйыл ҡыр йәнлектәренең ауылдарға килеүе йыш күҙәтелде. Айыуы ла, һеләүһене лә, төлкөһө лө ауыл халҡының малына зыян итте, ҡош-ҡортон ҡырҙы. Сираттағы күңелһеҙ хәл Туймазы районында ла теркәлгән. "Етегән" гәзите хәбәр итеүенсә, Туймазыла төлкөләр йорт ихаталарынан тауыҡтар урлай. Был хаҡта Туймазы һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте етәксеһе Рәсим Исламов түбәндәгеләрҙе бәйән итә: – Беҙгә Төмәнәк, Ғәфүр, Илсембәт, Ҡарамалы-Ғөбәй, Собханғол һәм Үрге Троицк ауыл советтары халҡы мөрәжәғәт итте. Сәйрәндән ғаризалар әле килмәне. Ғаризалар нигеҙендә беҙ яҙғыһын уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төлкөләр һанын көйләргә рөхсәт һорап сыҡтыҡ. Әммә беҙ уны алманыҡ, сөнки закон буйынса бындай саралар ике осраҡта ғына үтәлә: әгәр хайуандар һаны максималь күрһәткестәрҙән артһа йәки хайуандар араһында эпидемия барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы янаһа. Ул ваҡытта эпидемия хәүефе лә, төлкөләрҙең һаны артыуы ла теркәлмәне. Әммә быны ыңғай хәл итеү юлы бар. 1 октябрҙән төлкөгә һәм енот һымаҡ эттәргә спорт һунарсылығы рөхсәт ителде. Төлкөгә спорт һунарсылығы февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың һанын, шул иҫәптән Сәйрәндә ла, көйләргә ниәтләйбеҙ, -ти Рәсим Исламов. Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" гәзитенән.