Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙына Мәҙинә тигән матур исем ҡушҡан

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугире (позывнойы - “Док”) өйөнә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға яңы тыуған ҡыҙын күрер өсөн ҡайтҡан. Ул сабыйға исем ҡуштырыу йолаһын атҡарыуҙа ла ҡатнашҡан. Бәләкәскә Мәҙинә тигән матур исем ҡушҡандар. Ғәрәп теленән ул “алтын ҡала”, “көс бирә” тигән мәғәнәне аңлата. “Ғаиләм, яҡташтарымдың һәм республикамлдың ярҙамы көс-ғәйрәт бирә”, - тип белдергән яугир. Фото, сығанаҡ: Мәсетле районы хакимиәте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.