Илһөйәрҙәр ҡайҙа тыуа? Кем уларҙы тәрбиәләй? Моғайын, уның башы ғаиләлә һалыналыр. –Беҙ ошоға тиклем улыбыҙҙың үҙе теләп алғы һыҙыҡҡа киткәненә ышана алмайбыҙ, – тип күҙ йәштәрен тыя алмай улы тураһында һөйләй яугирҙең әсәһе Нурия. – Беҙгә ҡаршы төшөргә, өгөтләргә бер урын да ҡалдырманы. “Мин - илемдең патриоты! Был - минең бурысым”, - тип өҙә һуҡты. Үҙенең махсус хәрби операцияға китәсәген ни бары ике көн генә алдан белдерҙе. 17 июлдә контрактҡа ҡул ҡуйғанын әйтте, ә 19-ында оҙаттыҡ та. Ни эшләйһең, улымдың ҡарарына күнергә, уның менән ризалашырға тура килде. Руслан – ғаиләлә иң кесеһе. Армиянан ҡайтҡас, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. Былтыр пенсияға сыҡҡан. “Сәйет” позывнойлы егет махсус хәрби зонала разведчик булып хеҙмәт итә. Ул үҙенең аҙымы менән башҡаларҙы ла дәртләндергән, хатта яҡын туған ҡустыһы ла ағаһының ҡарарын ишетеп, ситтә ҡала алмаған – контракт төҙөгән, тип яҙа “Аургазинские вести”. –Улым көн-төн тип тормай теләгән ваҡытта шылтырата ала, беҙ телефон шылтырауын көтөп алабыҙ. Йөрәк урынында түгел, әлбиттә, әммә шундай батыр, илһөйәр ул үҫтереүебеҙгә бик ғорурланабыҙ!– ти атаһы Рауил Сәйетов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://vk.com/aur_vesti