Рәсәй төбәктәренең иҡтисад буйынса министрҙарыының координация кәңәшмәһеy Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников үткәрҙе. Сараны ойоштороусылар – Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иҡтисади үҫеш министрлыҡтары, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы вәкилдәре. Конгресс-холда йыйылыр алдынан ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә һәм “Башспирт” акционер йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарында булды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Николай Журавлев һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Максим Топилин йыйылыусыларға тәрбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Форумдағы һөйләшеү алты йүнәлешкә бүлеп үткәрелде: социаль-иҡтисади үҫеш һәм иҡтисадтағы структур үҙгәрештәр, дәүләт хеҙмәтләндереүе, инвестициялар, төбәктәрҙең үҫеш үҙенсәлектәре, бә
Рәсәй төбәктәренең иҡтисад министрҙары Өфөлә йыйылды
1 декабря 20231 дек 2023
1 мин