Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың рота командиры “Томан” Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. Был турала “Башҡорт батальоны” телеграм-каналы хәбәр итә. Был яҡташыбыҙҙың тәүге наградаһы түгел. Күптән түгел ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәйне. “Томан” тураһында беҙҙең гәзиттә байтаҡ яҙмалар сыҡты. Уның Ишембай районы хакимиәтендә спорт идаралығы начальнигы булып эшләгәне билдәле. Махсус хәрби операция биләмәһендә уның ротаһы көслө, татыу һәм тупланған булыуы менән айырылып тора. Яугирҙе лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ, ә егеттәргә уңыштар теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы.