Найти в Дзене
Башкортостан 24

«Өфө ваҡыты» 30 ноября: электорат сәйәсәт менән хәбәрҙар

   «Өфө ваҡыты» 30 ноября: электорат сәйәсәт менән хәбәрҙар
«Өфө ваҡыты» 30 ноября: электорат сәйәсәт менән хәбәрҙар

Мөрәжәғәт иткән граждандар сәйәси һәм социаль яҡтан өлгөргәнлек күрһәтә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура эфирҙа аралашыу барышында алынған һорауҙар йәмғиәттә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтеүен раҫлай. Мөрәжәғәт иткән граждандар сәйәси һәм социаль яҡтан өлгөргәнлек күрһәтә.

Студия эксперттары – иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев.

Эксперттар әйтеүенсә, бөгөн халыҡты мәктәптәр, юлдар төҙөлөшө, социаль инфраструктура ғына борсомай. Электорат сәйәсәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, граждандар үҙҙәре түгел, башҡалар өсөн һорай белергә өйрәнгән. Бынан тыш, республиканың сит илдәр менән бәйләнешен үҫтереүе федераль кимәлдә танылыу таба.

«Өфө ваҡыты» тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».