29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше булды. Был мөһим сәйәси ваҡиғаны кешеләр көтөп ала һәм ҡарай. Әлеге ваҡытта уның буйынса йәмәғәтселәр, политологтар, дәүләт эшмәкәрҙәре фекерҙәре менән уртаҡлаша. БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов тура бәйләнеш ваҡытында залда булды һәм шәхсән һорау бирҙе. Ул Радий Фәрит улынан республикала "Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһы дауам итәсәкме тип белеште һәм унда журналист-ветерандар өсөн дә квота булдырыу мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. – Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә залда ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Һорауҙар бик күп ине, бөтәһенә лә яуап биреп бөтөү мөмкин түгел, тик уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясағы билдәле. Һуңғы осорҙа Радий Фәрит улына журналистарҙы борсоған һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итә башланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Был осраҡта ла журналист-ветерандарҙы борсоған һорау менән мөрәжәғәт иттем, уның