Башҡорт халҡының боронғо кәсептәре араһында һарыҡсылыҡ айырым урын алып тора. Аҙыҡтан тыш, һарыҡтың йөнө һәм тиреһе еңел сәнәғәт өсөн бик ҡиммәтле сеймал һанала. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә халыҡ кәсептәрен һаҡлау маҡсатында “Аҡ кейеҙем – аҡ бәхеттәр юрай” тип исемләнгән район конкурс-фестивале үткән. Конкурстың тәүге этабы сентябрь айында уҙған. Кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресендә райондың төрлө ауылдарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән, белгәндәр оҫталығы менән уртаҡлашҡан. Йомғаҡлау этабында эшләнгән эштәрҙән күргәҙмә ойошторолған. Оҫтабикәләрҙең тылсымлы ҡулы менән ябай ғына һарыҡ йөнөнән йылы күкрәксәләр, быймабаштар, намаҙлыҡтар, түбәтәй, буй юрған, хатта тирмә лә эшләнгән. - Ярышыусылар Байғужа, Матрай, Яманһаҙ, Юлдыбай, Ҡашҡар, Йомағужа, Йылайыр яҡтарынан ашҡынып килеп еткәндәр. Һәр бер конкурсант төрлө номинацияла еңеү яуланы, һәр эште жюри ағзаһы ғәҙел баһаланы. Юлдыбай ауылы ағинәйе, ҡул эше оҫтаһы Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы Вәлиева еңеүсе тип табылды, - тип яҙҙылар урындағы төркөмдә. Сығанаҡ: vk.com/id694379938 Фотолар: vk.com/id182226268