Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә үҙәк майҙанды үҙгәрттеләр. Был урын райондың визит карточкаһы булып тора. Район менән танышыу тап ошонан башлана, бында бөтә күләмле, шул иҫәптән республика һәм төбәк-ара саралар уҙғарыла. Төҙөкләндереү барышында үҙәк майҙанда йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар, ял һәм аралашыу өсөн майҙансыҡтар, заманса яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, урналар, сәскә түтәлдәре һәм яңы почет таҡтаһы барлыҡҡа килде. Эштәрҙе тауыш биреү йомғаҡтары буйынса башҡарыу мөмкин булды. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн биләмә һайлау мәсьәләһе күтәрелгәс, ауыл халҡының күбеһе тап ошо майҙан өсөн тауыш бирҙе. Уны яңыртыу киләһе йылда ла дауам итәсәк. 2024 йылға проектты һайлағанда халыҡ шулай ҡарар иткән. Федераль проект буйынса Мәсетле районында туғыҙ йәмәғәт киңлеге, шул иҫәптән Яңы Мөслим ауылындағы парк, Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауылдарындағы мәҙәниәт һәм ял паркы кеүек әһәмиәтле объекттар төҙөкләндерелгән дә инде. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәсетле районы хакимиәте.