Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Матур үҙгәрештәр өсөн бер нисә ай еткән

“Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ҡарай. Федераль программаның төп маҡсаттары – ҡалаларҙың халыҡ өсөн уңайлыраҡ итеү, ҡала мөхит индексын күтәреү, граждандарҙы ҡалалар мөхитен үҙгәртеп ҡороуға йәлеп итеү. Башҡортостанда, федераль проектҡа ярашлы, 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла. Милли проектҡа ярашлы, Туймазы ҡалаһында вокзал эргәһендәге майҙан сынъяһау итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Бер нисә ай эсендә барған эштәр һөҙөмтәһендә биләмәне танырлыҡ түгел. Заманса фонарҙар эленгән, тротуар плитәһе һалынған һәм башҡа эштәр атҡарылған. Өҫтәүенә, ҡала билдәһе булған – паровозға һәйкәл – төндә яҡтыртыласаҡ. Йыл һайын республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект "Жилье и городская среда") милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында скверҙар, парктар, йәмәғәт урындары үҙгәртеп ҡорола. Милли проект ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған. Улар түбәндәгеләр - "Торлаҡ", "Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү", "Ипотека" һәм "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу". Фото: Туймазы хакимиәте.