Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бикмырҙала – яңы медицина пункты

Бөрө районының Бикмырҙа ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Программаның маҡсаты – медицина ярҙамын халыҡтың йәшәгән еренә яҡынайтыу, бөтә төркөмдәрҙең ихтыяжына яуап биреү. Бинала пациенттар өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырылған.Тейешле коммуникациялар үткәрелгән, процедура, прививка, ҡабул итеү кабинеттары, гардероб бар. Яңы бинала пациенттарҙы фельдшер Лилия Акатьева ҡабул итәсәк. Тәүге медицина-санитар ярҙамын Бикмырҙа, Симкә, Яңы Петров ауылдары халҡы, бөтәһе 367 кеше, аласаҡ. –Бинала диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үткәреү, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү һәм амбулатор ҡабул итеү өсөн уңайлыҡтар етерлек хәҙер. Яҡташтарыбыҙ бик ҡәнәғәт, – ти Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.