Ҡариҙел районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Эшҡыуарҙар ярҙам һәм хуплау һорап мөрәжәғәт итеүен дауам итә, ә муниципалитет уларҙы бизнестың аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш этаптарында оҙатып бара. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы кәңәшмәгә “Арт-строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вилдәре саҡырылды. Төп эшмәкәрлеге Рәсәй буйынса йөк ташыу, ә өҫтәмәһе төҙөлөш материалдарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән предприятие Ҡариҙел районында 2022 йылдың июленән эшләп килә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Ҡариҙел районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә 2023 йылда ҡорамалдар һатып алыу өсөн сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға проектҡа 400 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтелгән. Был аҡса көн һайын файҙаланылған автотейәгес һа