Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, һеңлем..."

Был апайҙы арыу уҡ ваҡыт беләм. Эш буйынса һирәк-һаяҡ осрашҡан ваҡытта һөйләп һүҙе бөтмәй. Алсаҡ, шаян, шул уҡ ваҡытта төртмә телле лә үҙе. Бер ваҡытта ла бошонғанын йә ҡайғырғанын күрмәҫһең, тормош юлындағы күңелһеҙ хәлдәрҙе һөйләгәндә лә, нисектер еңел, үҙ-үҙенә еңелсә ирония менән һөйләгән кеүек. Ә бит яҙмышы һис тә еңелдән булмаған. Рәйлә апайҙың һөйләгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. “Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ бала булып үҫтем. Атай-әсәйем беҙҙе әрләп, артыҡ тыйып үҫтермәне. Мәктәп йылдарында кластағы иң әүҙем уҡыусы булдым. Пионер отряды командиры, староста, комсорг кеүек эштәрҙе ҙур яуаплылыҡ менән башҡара инем. Уҡытыусы булыу теләге менән институтҡа уҡырға индем. Студент йылдарым да гөрләп үтте. Һәр эштең уртаһында ҡайнаным, йырға ла, бейеүгә лә маһирлығым булды. Йүнәлтмә буйынса республиканың баш ҡаланан алыҫ ҡына районына эшкә ебәрҙеләр. Ауыл йәштәре менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, эшләп алып киттем. Тиҙҙән был ауыл йәштәренең дә ойоштороусыһына әйләндем. Минән бер йыл алда йүнәлтмә буйынса эшкә килгән уҡытыусы егет артымдан йөрөй башланы, әммә оҡшамай, бигерәк тыйнаҡ, хатта оялсан. Минең күңел – икенселә, механизатор булып эшләгән Зәбирҙә. Бына тигән гармунсы ла үҙе. Уның да миңә тыныс күңел менән ҡарамауын һиҙә йөрөйөм, әлбиттә. Оҙаҡ та дуҫлашып йөрөп өлгөрмәнек, 8 Март байрамында гөрләтеп туй үткәрҙек. Башта тормошобоҙ арыу ғына барҙы. Зәбир ҡыҙыуыраҡ холоҡло кеше ине. Эштән һуңға ҡалып ҡайтыуымды, кисен төрлө сараларҙа ҡатнашыуымды оҡшатмай торғайны. Совет осоронда ауыл уҡытыусыһының ниндәй йәмәғәт эштәренә йәлеп ителеүен күптәр иҫләйҙер. Тәүге мәлдә уның ҡыҙғаныуҙарын, һөйләнеүҙәрен шаяртыуға бороп маташтым. Бер мәл шулай, сираттағы саранан ҡайтып инеүемә, өйҙә тағы ғауға ҡуптарҙы. Ҡыҙып китеп, һуғып та ебәрҙе. Был хәл мине сығырымдан сығарҙы, ҡулыма эләккән беренсе әйберҙе – ағас ултырғысты елгәрҙем. Ныҡ ҡына тейҙе, хатта ҡолаҡ япрағын аҙыраҡ йыртып ебәрҙе. Шаулап ҡан китте. Ирҙең ҡото осто. Ҡолағы бөтәште, әммә шул ваҡиғанан һуң бер тапҡыр ҙа ҡул күтәрергә баҙнат итмәне. Шулай ҙа холҡо үҙгәрмәне. Әлбиттә, тормошобоҙҙоң төрлө саҡтары булды. Күңелле, матур мәлдәр ҙә сиратлап барҙы. Балаларҙың үҫеүе, уларҙың уңыштары, үҙемдең мәктәптәге хеҙмәтемдең емештәре – былары тормошома мәғәнә, йәм өҫтәгән матур миҙгелдәр булып күңелдә һаҡлана. Тотош илебеҙҙә хәлдәр үҙгәреп киткәс, беҙҙәге күмәк хужалыҡ тарҡалды. Зәбир эшһеҙ ҡалды. Эсеүе йышая башланы. Етмәһә, тормошобоҙға ҡәйнәм ҡыҫылып аптыратты. Ул бер ваҡытта ла улына һүҙ тейҙермәй, бөтә көстө миңә төшөрә. “Кеше балаһын уҡытам тип, өйөңә ҡайтып инә белмәйһең”, тип башлап ебәрә лә минең ни тиклем насар ҡатын, насар әсәй, насар килен булыуымды теҙә. Мин дә яуапһыҙ ҡалмайым, әбиттә. Былай йәшәү ялҡытты һәм иремде күрше өлкәләге хәрби ҡаласыҡҡа күсергә өгөтләй башланым. Унда водителдәр ҙә, уҡытыусылар ҙа һәр саҡ кәрәк ине. Шулай итеп, ҡәйнәмдән мең һүҙ ишетһәм дә, ирҙе күндерә алдым һәм ҡалаға күсеп киттек. Йәшәргә урын да, эш тә табылды. Тормошобоҙға тыныслыҡ ҡайтҡандай булды. Бында үҙебеҙ кеүек башҡорт ғаиләһе менән танышып, дуҫлашып киттек. Бик матур аралашып йәшәнек. Тиҫтә йылдан ашыу тороп өлгөрҙөк был ҡалала. Хәрби часты тарҡатҡас, тормош ауырлашты, эшһеҙлек артты, кешеләр күсеп китә башланы. Беҙ ҙә кире иремдең тыуған ауылына ҡайттыҡ. Ундағы йортто һатмағайныҡ. Ул мәлгә ҡәйнәм дә ныҡ ҡына олоғайған, кәре киткән ине. Мәктәптә миңә эш шунда уҡ табылды, ә иремә эш юҡ. Унда-бында ялланып эшләп йөрөнө. Элек тә эскелек менән “дуҫ булған” ирем, бөтөнләй юлдан яҙҙы. “Себер яғына барып ҡара, ярты ауыл шунда эшләй бит”, - тиһәм дә тыңламаны. Миңә ғәйеп тағыуҙан бушаманы. Йәнәһе мин, уны ҡырға эшкә ебәреп, иркенгә сығырға, рәхәтләнеп йөрөргә теләйем. Әлбиттә, улай тип кенә әйтмәй, эт ашамаҫ һүҙҙәр ҡуша, миңә ҡарата иң яман, әшәке сифаттарҙы теҙә. Ниңә түҙҙең, тип һорар ҡайһы берәүҙәр. Йәш саҡта балаларым атайлы үҫһен, үҙгәрер, тигәнмендер. Кире күсеп ҡайтып, оҙаҡ та эшләмәнем, мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр. Депутатмын да. Айырылырға оялдым. Ауыл ере бит. Өйҙәге хәлде ауылдан бер кемгә лә һөйләп йөрөмәнем. Иремдең эсергә яратҡанын белделәр, әлбиттә. Хәлемде институтта бергә уҡыған, ғүмерлек йән дуҫтар булған әхирәттәремә генә һөйләп, күңелемде бушатып ала инем. Ә эшемә барһам, донъямды онотам. Йөҙөп йөрөп эшләйем. Мәктәбебеҙ һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Йәшәй-йәшәй иремдең һөйләнеүҙәренә, эт ашамаҫ бысраҡ һүҙҙәренә лә иғтибар итмәҫкә өйрәндем. Ҡәйнәмде күсереп алырға, һуңғы көнөнәсә бағырға, түшәккә ятҡас, бала кеүек бағырға тура килде. Үпкәләрҙе онотҡан инем инде. Ғөмүмән, үпкәләп, асыу һаҡлап йәшәгәндәрҙе аңламайым. Мин үҙем уйлағанымды шартлата әйтәм дә онотам. Ҡәйнәм ризалығын биреп, рәнйеткән булһам, ғәфү ит тип, рәхмәттәрен әйтеп китте. “Бына бит донъя барыһын да урынына ҡуя. Ниндәй ажар ҡәйнәм дә минең ҡулға ҡалып, бала кеүек күҙҙәремә генә ҡарап ятып йән бирҙе. Әшәке, бысраҡ һүҙҙәре менән рәнйеткән ир ҙә берәй көн килеп, шул хәлдә ҡалырмын тип уйламаймы икән? Уның был тиклем эскелеге менән шулай буласаҡ та”, - тип уйлай инем, ысынлап та, шулай булды. Ҡышҡыһын эскән килеш урамда ҡолап, аяҡтан яҙҙы. Был мәлдә үҙем дә хаҡлы ялға сыҡҡан инем, әммә эшемдән китмәнем, директорлыҡ теҙгенен йәштәргә тапшырып, ябай уҡытыусы булып ҡалдым. Шаярып-көлөп һөйләшһәм дә, кеше араһында һыр бирмәй, донъямды гөл кеүек итеп йәшәһәм дә, эстән янған, йөрәк һыҡраған мәлдәр күп булды. Шул ваҡыттарҙа гел генә “Ярай әле, балаларым бар, ярай әле эшем бар”, тип йыуана торғайным. Балаларымдан да, эштән дә бәхетем булды. Өс балам да әлеге көндә яҡшы һөнәргә эйә булып, ғаилә ҡороп, миңә ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете бүләк итеп йәшәй. Ә атайҙары мәрхүм инде. Түшәктә ятҡанында ла холҡо үҙгәрмәне. Холоҡ кешенән ҡалмай тигәндәре дөрөҫ икән. Шулай ҙа һуңғы көнөнәсә тәрбиәле булды. “Ярай, түҙҙем. Балаларымдың атаһы ҡарауһыҙ ҡалып, асарбаҡ хәлендә йәшәп йән бирһә, миңә лә ҡыйын булыр ине”, - тип уйлайым. Бәлки, дөрөҫ тә уйламайымдыр, әммә был – үҙем һайлаған яҙмышым. Күптән түгел тағы тормошҡа сыҡтым. Кемгә тип уйлайһығыҙ? Теге хәрби ҡаласыҡта аралашып йәшәгән дуҫ ғаиләнең иренә. Ҡатыны мәрхүмә булып, ул да яңғыҙ ҡалған икән. Ҡалаға барғанымда осраҡлы рәүештә күрештек. Мин уны таныманым, ә ул мине шунда уҡ таныны! Бер аҙ аралашҡандан һуң яҙмыштарҙы бәйләргә ҡарар иттек. Ҡалаға, үҙе янына саҡыра. Ял көндәрендә һәм йәйгеһен һинең донъяңа барып йөрөрбөҙ, баҡса үҫтерербеҙ, ти. Никах уҡытһаҡ та, әлегә башкөллө күсмәгәнмен, сөнки класым дүртенсене тамамлай. “Ярай, уҡытып бөт инде”, - тип рөхсәт итте бабайым. Ошо класымды сығарыуға үҙемә лә 65 йәш тула, эштән китермен инде, тип йыйынып йөрөй инем былай ҙа. Эсмәгән, интеллигент кеше менән аралашыу бөтөнләй икенсе нәмә икән. Концерттарға йөрөйбөҙ, сөкөрләшеп ултырып сәй эсеү – үҙе бер ғүмер. Бына шулай икән ул тормош тигәнең. Ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та, йәшәп туймаҫлыҡ танһыҡ та”, - тип тамамланы һүҙен Рәйлә апай. Фото: www.psychologynow.gr