Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ни өсөн йәштәр, ир-егеттәр автобуста урын бирмәй?

Бөгөн йәмәғәт транспортында кемдеңдер икенсе кешегә, мәҫәлән, пенсионерға йәки йөклө ҡатынға урын биреүе бик һирәк күренешкә әйләнеп бара. Айырыуса йәштәр автобусҡа инеп ултырыу менән йә йоҡлағанға һалыша, йә телефонына текләп, донъяһын онота. Янында оло йәштәге әбей баҫып барамы, бала күтәргән йәки йөклө ҡатынмы – күрмәй ҙә, дөрөҫөрәге, күрмәмешкә һалыша. Йәштәр генә түгел, урта йәштәрҙәге, типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәр ҙә ултырғысҡа һеңеп ултырып, ситкә ҡарап барыуҙы хуп күрә. Эргәһендә әсәһе йәки ҡатыны баҫып барһа ла, шулай итер инеме икән? Ошо көндәрҙә автобуста эштән ҡайтҡанымда бик үҙенсәлекле кондукторға тура килдем. Һәр кемгә йылмайып өндәшә, шаярып һөйләшә. “Берегеҙҙе лә билетһыҙ ҡалдырманыммы, миңә билет һатманың, тип үпкәләүселәр юҡмы?” тип көлдөрөп тә ала. Иң оҡшағаны: салонға оло йәштәгеләр килеп инеү менән йәштәргә: “Йә әле, аҡыллым, тороп урын бир!” - тип өндәшә. Тормай ҡайҙа барһын йәш кеше, уға бит “аҡыллым”, "үҫкәнем", “матур егет” тип өндәшәләр. Туҡталыш һайын автобусҡа ингән ололарҙы, балалы ҡатындарҙы шулай ултырта барҙы, “минең автобуста ололар ултыра, йәштәр баҫып бара”, тип тә ҡабатланы. Бәлки, шундай алымдар кәрәктер хәҙерге заман кешеһенә? Рәшиҙә исемле кондуктор ханым менән аҙыраҡ ҡына аралашып та алдыҡ. “Дүрт ул үҫтерҙем. Һалдат кеүек итеп тәрбиәләнем. Иманым камил: береһе лә автобусҡа инеп ултырып, янында торған оло кешене күрмәмешкә һалышып ултырмаясаҡ”, - тине ҙур ғорурлыҡ менән. Афарин, тиергә генә ҡала инде был осраҡта. Рәшиҙә апай кеүек кондукторҙар күберәк булһын ине. Фото: sun9-2.userapi.com