Декабрь - ҡыштың тәүге, ә йылдың һуңғы айы. Ул быйыл еребеҙгә үҙенең ҡарлы бурандары, сатлама һыуыҡтары менән киләсәк, тип фаразлай синоптиктар. Башҡа йылдарға ҡарағанда декабрҙең һыуыҡ булыуы көтөлә. Ә был хаҡта халыҡ һынамыштары нимә ти икән? Әйҙәгеҙ уларҙың юрағандарына ла күҙ һалайыҡ әле. 1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.4 декабрҙә күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.6 декабрҙә ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ.7 декабрь көндө күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта кө