Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Талалаевка ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тантаналы рәүештә яңы балалар майҙансығы асылды. Күптән түгел генә был участкала ташландыҡ ер ине, ә бөгөн бында сағыу, заманса, ҡыҙыҡлы, бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Балалар өсөн сағыу ҡойма артында тау, төрлө бәүелсәктәр, каруселдәр, өй-кареталар урынлаштырылған. Бында йәшәгән балаларҙың күңел асыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса зонаһы барлыҡҡа килде. Бында бәүелсәктә күккә олғашыу йәки тауҙан шыуып төшөү ҡурҡыныс түгел, сөнки бөтә ҡорамалдар ҙа ышаныслы, ә майҙансыҡ махсус япма менән йыһазландырылған. Асыу уңайынан яңы майҙансыҡта байрам уҙҙы. Шаян аниматорҙар балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең күңелен күрҙе. Бушлай туңдырма һәм лимонад балаларға шатлыҡ һәм күтәренке кәйеф өҫтәне. “Майҙансыҡ урындағы балалар өсөн генә түгел, ә йыл һайын каникулға өләсәй-олатайҙарына килгән балалар өсөн дә ҙур бүләк булды. Яңы майҙансыҡта шат тауыштар тынмаҫ, ә халыҡ бында таҙалыҡты һаҡлар тип ышанабыҙ”, – тип билдәләне өс бала әсәһе,Талалаевка ауылында йәшәүсе Елена Визгалова. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.