30 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2-се ҡала балалар поликлиникаһында булды һәм Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса күләмле программаға старт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе был проектты 2023 йылдың июнендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә иғлан итте. Мәҫәлән, 2024 йылда программаны тормошҡа ашырыу өсөн бюджетта 500 миллион һум ҡаралған. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонт башларға ниәтләгән биналар исемлеген билдәләне. Улар иҫәбендә – Кувыкин урамындағы 2-се балалар поликлиникаһы корпусы. Ә яңыртыу бөтәһе 118 медицина учреждениеһына ҡағыла. Бынан тыш, программа сиктәрендә 700-ҙән ашыу берәмек яңы ҡорамал һатып алырға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Башлығы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән Өфө поликлиникаларын яңыртыуҙың “юл картаһын” тикшерҙе һәм программаны тормошҡа ашырыу ваҡытын 2030 йылға тиклем оҙайтырға кәрәклеген билдәләне. Шулай итеп, ул ете йылға иҫәпләнгән. – Өфө поликлиникаларын ремонтлауға һә
Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса күләмле программаға старт бирелде
30 ноября 202330 ноя 2023
2 мин