Найти в Дзене

Рузалия Ниғмәтуллина йөҙөмлө дөгөнө нисек бешергән?

Ишембай районының Ишәй ауылынан йыр, шиғыр яҙыу оҫтаһы Рузалия Ниғмәтуллина бик тәмле итеп аш-һыуын да әҙерләй. Яңыраҡ ул дөгө менән йөҙөмдө ҡабаҡ эсенә һалып бешергән һәм был ризыҡ бик тәмле килеп сыҡҡан. Үҙенең рецебы менән ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән дә уртаҡлашты: -Ҡабаҡты һабағы эргәһенән уйып, эсендәге емештәрен алдым. Дөгөнө йыуып, алдан бер сәғәткә ҡайнар һыуға һалып торҙом. Йөҙөмдө яҡшылап йыуып, май, дөгө, самалап тоҙ, шәкәр ҡомо ҡушып бутап, ҡабаҡ эсенә яртылаш тултырҙым. Өҫтөнә стакан ярым тирәһе һыу ҡойҙом. Газ мейесенә ҡуйғанда фольгаға төрөп торманым, көймәһен өсөн фольганы аҫтына дүрт ҡат итеп йәйҙем. 200 градуста 2,5-3-сәғәт тирәһе бешерҙем, асып, бешеү-бешмәүен ҡараштырып торҙом, - тине уңған хужабикә. Ҡабаҡтарығыҙ әле бөтмәгәндер, моғайын. Тәмле лә, файҙалы ла ризыҡты беҙ ҙә бешереп ҡарайыҡ. Фото: Рузалия Ниғмәтуллина.