Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылығы” IX Бөтә Рәсәй юридик форумы үҙ эшен башланы. Уның бөгөнгө көн тәртибендә – “Хосуси хоҡуҡ тураһындағы диалогтар” тигән ғилми-ғәмәли конференция. Йыйынды ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса совет, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы С.С.Алексеев исемендәге хосуси хоҡуҡ тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Юристар союзының Башҡортостан бүлексәһе, Өфө фән һәм технологиялар университеты сығыш яһай. Форумды тәбрикләү һүҙҙәре менән Хосуси хоҡуҡ тикшеренеүҙәр үҙәге советы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса совет ағзаһы, юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының Юғары суды ҡарамағындағы ғилми-консультатив совет ағзаһы Лидия Михеева асты. Ул форумда ҡатнашыусыларҙы йылы ҡаршылаған өсөн рәхмәт белдерҙе. “Был диалогтарҙың тарихы ҙур, ошоға саҡлы юридик форум Санкт-Петербургта, Ҡазанда һәм башҡа ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙа үткәрелде. Бөгөнгә йыйындың урыны итеп Өфө һайланыуы осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостан күп билдәле юристарға тормош йүнәлеше биргән төбәк булып тора”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, юридик фәндәр кандидаты Азамат Абдрахимов, тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһап. Ул барыһын да яҡынлашып килгән Юристар көнө менән ҡотланы һәм донъяның атаҡлы әҙәби классигы Виктор Гюго әйткән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө: “Минең өсөн көс кем ҡулында булыуы түгел, ә хәҡиҡәт кем яғында икәнлеге мөһим”. Өфө фән һәм технология университетының ойоштороу үҫеше буйынса проректоры Илгиз Ҡыҙырғоловтың тәбрикләү һүҙҙәренән һуң ғилми-ғәмәли конференцияның беренсе секцияһы эшен башланы. Унда төп доклад менән Людмила Михеева сығыш яһаны, уның телмәре заманса хосуси хоҡуҡ шарттарында гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылығының төп догматтары темаһына арналғайны. Артабан Башҡортостандың Арбитраж суды рәйесе, юридик фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Николай Архиреев, Рәсәй Федерацияһы Конституция Суды судьяһы, юридик фәндәр докторы, профессор Гадис Гаджиев, Хосуси хоҡуҡ тикшеренеүҙәр үҙәгенең бүлек етәксеһе Елена Павлова һәм башҡалар төрлө темаларға сығыш яһаны. Конференцияның ике секцияһында бөгөн барыһы 17 доклад тыңланылар. Иртәгә Конгресс-холда ошо Форум сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса советының күсмә ултырышын үткәреү планлаштырылған. Автор фотоһы.