Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың кисәге республика халҡы менән тура эфиры барышында йәшәйештең төрлө темаларына ҡағылған һорауҙар яңғыраны. Араһында спорт һәм физик культура тураһында ла булды. Улар тураһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова үҙ фекерҙәрен белдерҙе. – Тәү сиратта Радий Фәрит улына республикабыҙ һәм уның кешеләре өсөн башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйткем килә. Башҡортостан күҙгә күренеп үҙгәрә һәм бында шәхсән етәксенең һәм уның командаһының өлөшө ҙур. Тура бәйләнешкә килгәндә, бындай формат дөрөҫ һәм файҙалы тип иҫәпләйем. Уға меңәрләгән һорау килде. Сара өс сәғәттән ашыу барһа ла, уларҙың бөтәһенә лә яуап биреп бөтөрөү мөмкин түгел. Әммә Радий Фәрит улы килгән һорауҙың береһе лә уның иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ тине. Миңә уның ҡайһы берәүҙәр кеүек шунда уҡ теләһә ниндәй һорауға ла яуап бирергә тырышмауы оҡшаны. Сөнки күп кенә проблемалар анализды, ентекле тикшереүҙе һәм үлсәнгән ҡарарҙарҙы талап итә. Бындай ҡараш миңә бик оҡшай һәм хөрмәт уята. Темаларға килгәндә, беренсе сиратта – махсус хәрби операция. Шулай уҡ инфраструкураны һәм социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелде. Мине иһә, тәү сиратта физик культура һәм спорт мәсьәләләре борсой. Был йәһәттән яңы спорт объекттарын файҙаланыуға тапшырыу тураһында һүҙ булды. Өфөлә генә түгел, башҡа ҡала һәм райондарҙа ла. Уларҙы тапшырыу ғына түгел, ә уны барлыҡ категорияларға ла: инвалидтар, пенсионерҙар, ғаиләләр өсөн бара, файҙалана алырлыҡ итергә кәрәк. Быны иң юғары кимәлдә аңлайҙар. Киләһе йылда беҙҙә “Рәсәй – спорт дәүләте” федераль форумы үтәсәк. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы йылында был сара беҙҙә үтһен өсөн командабыҙ ныҡ тырышты. Хәҙер барыһын да әҙерләргә һәм лайыҡлы үткәрергә кәрәк. Дөйөм алғанда, Башлыҡ менән диалог асыҡ, ғәҙел һәм конструктив үтте. Миңә эшлекле мөхит һәм күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә реалистик ҡараш оҡшаны. Фото: Р. Баталованың шәхси архивынан.
Радий Хәбировтың проблемаларға реалистик ҡарашы оҡшаны
30 ноября 202330 ноя 2023
1 мин