Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шайморатовсылар отрядын ҡаршы алдыҡ!

Кисә, 29 ноябрҙә, Өфөлә махсус хәрби операция биләмәһенән сираттағы хәрби командировканан ҡайтҡан генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге айырым отрядты тантаналы шарттарҙа ҡаршы алдылар. Яугирҙәрҙе ғаиләләре, ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары көтә ине. Ҡаршы алыу тантанаһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов асты. Ул хәрбиҙәргә респубика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен тапшырҙы һәм хәрби заданиены уңышлы үтәп, тыуған ергә имен-аман ҡайтыуҙары менән тәбрикләне. - Рәсәй Геройы генерал Шайморатовтың исемен йөрөткән отряд 2004 йылдан Төньяҡ Кавказда терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш алып барҙы, - тине Ирек Сәғитов. – Башҡорт отряды махсус тәғәйенләнештәге подразделениелар араһында үҙенең лайыҡлы урынын тапты. Һеҙ бөгөн 112-се кавалерия дивизияһы комдивының данлы традицияларын дауам итәһегеҙ. Һәр минутта халыҡтың именлеген, Рәсәй мәнфәғәттәрен һаҡларға әҙерһегеҙ, юғары рухи һәм хәрби сифаттарға, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡҡа эйәһегеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә иң изге теләктәр – изгелек, сәләмәтлек һәм именлек! Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә булған личный составҡа тыуған еренә – ғаиләләре, балалары янына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм аңлау өсөн рәхмәт әйтәм. БР буйынса Росгвардия идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Александр Бурдо отряд яугирҙәре махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үҙ бурысын лайыҡлы үтәүен билдәләне. Ул шулай уҡ яугирҙәрҙең ғүмерен, именлеген һаҡлаған командирҙарға айырым рәхмәт белдерҙе. Спецназ отряды егеттәре алдында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғүмәров сығыш яһап, уларҙың һәр ваҡыт рух ныҡлығы, ихтыяр көсө менән айырылып тороуын әйтте. Махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер төркөм яугиргә БР Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты, “Законды нығытыуға индергән айырым өлөшө өсөн” билдәһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, Өфө хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. ИҒТИБАР! Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? – иҫәп урыны буйынса хәрби комиссариатҡа; – контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефондар: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63. – Ситуация үҙәге телефоны – 122. Шулай уҡ ғаризалар Дәүләт хеҙмәттәре порталы, Телеграмдағы чат-бот аша https://t.me/contractRBBot һәм рәсми сайтта https://башбат.рф ҡабул ителә. Альберт ЗАҺИРОВ фотолары. Сығанаҡ: resbash.ru