Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Әбйәлил районы Дәүләт ауылы янындағы Сыбаркүлдә шаһиттар билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһен күреүе тураһында хәбәр итә. Шылтыратыу алыныу менән ваҡиға урынына оператив эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте юллана. Асыҡланыуынса, вафат булған ир Магнитогорск ҡалаһынан, 1969 йылғы. Ул балыҡ тоторға килгән булған. Ҡотҡарыусылар балыҡсының кәүҙәһен һыуҙан сығара һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, үлем осрағы асыҡлана. Көндәр иретеп йәиһә туңдырып тора, шуға күрә күлдәрҙә боҙ йоҡа. Көҙгө боҙға алданып күп балыҡсылар үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтынан ҡуйып, боҙҙа балыҡ тота. Күптән түгел республикала балыҡҡа барған ир менән ҡатын һәләк булды. Фото: "Башинформ"