Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡырмыҫҡа" ялға ҡайтты

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир менән осрашты. “Ҡырмыҫҡа” позывнойлы яугир хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡайтҡан булған һәм, мәктәп уҡыусылары үҙен осрашыуға саҡырғас, ихлас ризалашҡан. Былтыр ноябрҙә “Ҡырмыҫҡа” махсус хәрби операцияла еңеүҙе тиҙләтеү маҡсаты менән хәрби статусын алған. Уҡыусылар яугирҙе бик ихлас тыңланы, төрлө һорауҙар бирҙе. Иң мөһиме – ҡыҙҙар менән малайҙар геройҙарҙың эргәбеҙҙә генә булыуын, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, Ватанды яратыу кеүек сифаттарҙың илһөйәрҙәргә һәм Рәсәйҙең ысын граждандарына хас икәнлеген күрҙе. Әйткәндәй, сәләмәтлеге ныҡ, насар ғәҙәттәре булмаған, хөкөм ителмәгән 18 – 60 йәшлек ир-егеттәр хәрби килешеү буйынса хеҙмәт итә ала. Кандидат талап ителгән хәрби белгес булһа, 65 йәшкә тиклем дә хеҙмәткә алыу мөмкинлеге бар. Быйыл апрелдән башлап, армияла хеҙмәт итмәгәндәр ҙә килешеү төҙөй ала. Теләгән һәр кем ентекле һайлап алыу үтә. Беренсе этапта улар менән психологтар әңгәмәләшә, медицина тикшереүе үткәрелә. Барыһы ла яҡшы икән, улар менән килешеү төҙөлә һәм Рәсәй биләмәһендәге төрлө хәрби частарға ебәрелә. Әйткәндәй, ғәскәр төрөн һайлау һәр кешенең хәрби-иҫәп һөнәренә бәйле. Хәрби килешеү буйынса хеҙмәт итеүселәр өсөн иһә ҙур түләүҙәр, һөнәри һәм карьера үҫеше кеүек төрлө ярҙам һәм дәртләндереү саралары ҡаралған. Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡлау, яҡлау өсөн, әлбиттә, үҙебеҙ күтәрелергә тейеш. Ниндәй генә осор булмаһын, беҙҙең ир-егеттәр һәр саҡ сыҙамлы, тәүәккәл, ҡыйыу һәм батыр булыуы менән айырылып торҙо. Иғтибар! Контракт төҙөү өсөн иҫәп урыны буйынса хәрби комиссариатҡа; контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 248-29-31, 248-18-63. Ситуация үҙәге телефоны: 122. Фото: vk.com/karmadm