Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика халҡына Мөрәжәғәтнамә булды

Кисә кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше булды. Был мөһим сәйәси ваҡиғаны республика халҡы көтөп ала һәм ҡарай. Бөгөн уның буйынса йәмәғәтселәр, политологтар, дәүләт эшмәкәрҙәре фекерҙәре менән уртаҡлаша. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина түбәндәгеләрҙе һөйләне. – Илебеҙҙә ябай булмаған осорҙа беҙ еңеү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Алғы һыҙыҡта торған егеттәр һәм уларҙың бында ҡалған ғаиләләре өсөн. Шуға күрә Радий Фәрит улы Хәбировтың өҫтөнлөккә ошо беҙҙең МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡуйыуы әлеге ваҡытта иң көнүҙәк мәсьәлә. Ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары, республиканың бөтә идара органдары ла яугирҙәр менән бергә еңеүҙе яҡынайтыу өҫтөндә эшләй. Республика Башлығының битараф булмауы, үҙенең һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа барыуы ла, бында ғаиләләренә терәк булыу өсөн норматив база булдырыу, ҡануниәтте камиллаштырыуы ла бик мөһим. Аныҡ һорауға килгәндә, шул уҡ утын буйынса, делянкалар бирәләр, тик ватан һаҡсыһы алғы һыҙыҡта булған саҡта кем уны барып, бысып алып ҡайтырға тейеш? Урындағы хакимиәттең эше былай ҙа күп. Беҙ инде нисәнсе ай сертификаттар кәрәк тигән тәҡдим менән сыға инек. Хәҙер уларҙың буласағы бик яҡшы. Ул саҡта өйҙәренә килтереп бирәсәктәр. Һәр йыл аҙағында башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау кәрәк. Быйылғы йылды ғына алғанда ла Президент указы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фонды булдырылды. Был – ил тарихында ошондай беренсе орган. Республикала ла филиал эшләй башланы. Алты ай эсендә һигеҙ меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иттек, һәр район һәм ҡалала социаль координаторҙар бар, улар яугирҙәрҙең ғаиләләре, айырыуса һәләк булғандарҙың яҡындары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Системалы эш алып барыла. Радий Фәрит улының эше күп булыуға ҡарамаҫтан, уның халыҡ менән аралашыуы кәрәк ине. Ул былай ҙа социаль селтәрҙәр аша даими элемтәлә, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә. Ә тура бәйләнештә ул асыҡтан-асыҡ, журналистарҙы, блогерҙарҙы, йәмәғәт ойошмалары ағзаларын йыйып, бер ниндәй һорауҙан да ҡурҡмай туранан-тура яуап бирә. Республикаға үҙенсәлекле бер Мөрәжәғәтнамә кеүек булды. Мөһим сәйәси ваҡиға был, - тине ул. Фото: Г. Ҡолһаринаның шәхси архивынан.