Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Билет өсөн 10 мең түләп..."

Белеүегеҙсә, Мәскәүҙең иң ҙур Кремль һарайында башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Гүзәл Уразованың ҙур концерты үтте. Ошо уңайҙан ул Мәскәү тамашасыһына рәхмәт белдергән һәм видеояҙмаһын урынлаштырған. Видео аҫтында тамашасылар комментарийҙар ҡалдырған. Уларҙың күбеһе концертты оҡшатҡан, йырсының үҙ өҫтөндә эшләүен һәм тырышлығын баһалаған. Әммә үпкә белдереүселәр ҙә булған. "Хәйерле көн! Гүзәл һеҙҙән шуны һорайым әле. 4 йәшлек баланы концертҡа билетһеҙ индермәнеләр, билет алырға ҡуштылар. Миңә шуныһы ныҡ асыуҙы килтерҙе. 4 йәштә балалар поездарҙа ла бушлай йөрөй. Баланан билет алдырып бик йыраҡ китерһегеҙ инде. Күп итеп аҡса эшләгеҙ. Минең үпкәм ҙур һеҙгә. Шуға күрә күрһәткән концертығыҙ ҙа үткән йылға ҡарағанда ҡайтышыраҡ булды. Асыуланмағыҙ, дөрөҫөн яҙғанға", - тигән бер эстәлекле хат юллаған тамашасы. Гүзәл Уразова уға: "Хәйерле көн, Мөслимә апа" Эйе, бығаса концерттарыбыҙҙы үҙебеҙ ойоштора инек. Быйыл Кремль үҙе ойошторҙо. Минең белеүемсә, 6 йәшкә тиклем балалар бушлай инергә тейеш ине. Ниңә һеҙҙең менән ундай хәл килеп сығыуын белешермен. Миңә шәхсән яҙығыҙ зинһар өсөн", - тип яуап яҙған. "Мин концерттан күберәкте көткән инем. Билет өсөн 10 мең түләп, сәнғәт һәм мәҙәниәт күрергә теләгән инем, ә ҡаршымда һикергән төркөмдө түгел. Гүзәл, һеҙгә стадион йыйырға кәрәк, унда йәштәр һәм һикерергә теләгән башҡалар өсөн дискотека яһар инегеҙ. Кремль сәхнәһе - бейергә килеү өсөн клуб түгел", - тип яҙыусылар ҙа булған. "Беҙҙең баянға ҡушылып йырлағанды тыңлағы килә", - тип комментарий ҡалдырыусылар ҙа бар. Һәр тамашасының үҙ ҡарашы инде. Шулай ҙа йырсыларға тамашасыларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәктер. Фото һәм текст сығанағы: "Интертат"