Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк тиһәләр ҙә...

Мин яҡындарыма, сәскә бүләк итмәгеҙ, тип кенә торҙом. Халҡыбыҙҙа ундай ғәҙәт элгәре булмаған ул. Берҙән, тере сәскә ғүмере өҙөлә, икенсенән, бер нисә көндән йәме китә башлай, шунан ырғытаһың... Берәй һүҙлек, белешмә йә энциклопедия бүләк итергә һораным. Ниндәй темаға булһа ла. Бүләк иткеләнеләр! Китапханамда шулар булғанға күрә, Башҡортса википедияла йөҙөп йөрөп яҙыштым. Әйткәндәй, беҙҙең башҡортса бүлек тик абруйлы сығанаҡтарға таянып ҡына яҙыла, ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып тора, шуға күрә уға төрлө сәйәси һәм мәғәнәүи дәғүәләр белдерелгәне лә юҡ. Арзан ғына булһа ла, шул гөлләмә хаҡлыҡ көмөш бүләк итегеҙ тип өйрәттем. Башлыса шулай итәләр һәм үҙем дә шулай итәм. Сәскә бүләк итәләр инде шулай ҙа ҡабул итәм. Иғтибар күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт тойғоһо менән. Автор Гүзәл Ситдыҡова. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Гузаль Ситдыкова (vk.com)