Ошо көндәрҙә Учалы районының Ҡужай халҡы ауыл янындағы Уй йылғаһы буйында айыу эҙҙәренә тап булып, аптырауға төшә. Тимәк, тайыштабандар һаман йоҡламаған. “Ватсаптағы ауыл чатында айыуҙың эҙен фотоға төшөрөп һалдылар, шул тиклем ҙур. Һунарсылыҡ йәмғиәтенә хәбәр итеп, Абҙаҡтан килеп, әле булһа йоҡламай йөрөгән айыуҙы атып алдылар. Ярай, кешегә йәки малға зыян итеп өлгөрмәне”, - ти Учалы районының Ҡужай ауылынан Әлфирә апай. Ауыл халҡы фаразлауынса, айыу ас булғанға йоҡларға ятмай йөрөгәндер, сөнки ул йылға буйында кешеләр мал һуйған урында йөрөгән. “Был яңылыҡтан бер аҙ ҡурҡыуға ҡалдыҡ. Ауылыбыҙ урамдары төнөн яҡтыртылмай, төндә дөм ҡараңғы урамға берәй йомош менән сығыу шул тиклем ҡурҡыныс. Быға тиклем урамдар яҡтыртылды, тик лампаларын алмаштырырға ғына кәрәк. Яңы йылға тиклем ошо эште башҡарып ҡуйһалар, рәхмәтле булыр инек”, - ти ҡужайҙар. Фото: https://vk.com/safiullin59