Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшлекле, йәнле, урыны менән ҡәтғи һөйләшеү булды

Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше тамамланды. Ул был юлы республика халҡы менән дүрт сәғәткә яҡын аралашты. Уға бөтәһе 4,5 мең һорау килгән. Әлбиттә, уларҙың бөтәһенә лә яуап биреп бөтөү мөмкин түгел, тик, Радий Фәрит улы әйтеүенсә, бөтәһе лә өйрәнеләсәк һәм хәл ителәсәк. Һорауҙар һәр ваҡыттағыса йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағылды. Иң популярҙары: махсус хәрби операция, юлдар, һаулыҡ һаҡлау. Салауат Юлаев һәйкәлен ремонтлау, Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек һәм юбилей объекттары төҙөлөшө, мәктәп туҡланыуы, хәрби хәбәрселәр статусы, Өфө хосписы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эше, Яңы йылға яугирҙәрҙең балаларына бүләк – күренеүенсә, һорауҙар төрлө өлкәләргә ҡағылды. Шулай уҡ шәхси һорауҙар ҙа булды. Балаларына ваҡыт табыу, яратҡан ризығы, теге йәки был мәсьәләләргә шәхси ҡарашы кеүек һорауҙар яңғыраны. Кемдәрҙер уның менән осрашырға теләк белдерҙе, ауылдарына, ҡалаларына төрлө сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Аралашыу һәр ваҡыттағыса йәнле, эшлекле, йылы, урыны менән ҡәтғи килеп сыҡты. Улар тураһында ентекләберәк иртәгә беҙҙең гәзиттә һәм сайтта уҡырһығыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.