Бөгөн Радий Хәбировтың халыҡ менән тура бәйләнеше ваҡытында бик көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде. Ул да булһа – кешеләрҙе телефон аша алдаусылар менән көрәш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика кешеләре телефондағы тауышҡа ышана һәм мутлашыусыларға миллионлап аҡса күсерә. Журналист Радий Фәрит улынан уға ла ошондай шылтыратыуҙар булдымы һәм был проблема менән нисек көрәшергә тип һораны. – Минең шундай принцип бар – таныш булмаған телефондарҙы алмайым. Исеме яҙылһа – алам, юҡ икән - юҡ. Ғөмүмән, телефон номерын йыш алмаштырам. Сөнки ваҡыт үтеү менән уны күптәр ғәжәйеп рәүештә белеп ҡала һәм шылтырата башлай, – тине ул. – Мутлашыусыларға килгәндә, әлбиттә, был ҙур проблема. Аҡса менән иҫәпләһәң, бер нисә миллиард һум. Уларҙы республика халҡы ВСУ-ға ярҙамға ебәргән булып сыға. Бында бик һәләтле бәндәләр эшләй. Бер тапҡыр әсәйем шундай хәлгә ҡалды, мин ул саҡта Мәскәүҙә инем. Уға шылтыратҡандар һәм башҡортса: “Әсәй, мин бәләгә тарыным”, тигәндәр. Улығыҙ кешене туҡмаған һәм 300 мең һум бирергә кәрәк, тигәндәр. Ул ышанған. Ишембайҙа төндә өйҙән 150 мең һум алған һәм банкомат эҙләп киткән. Тапҡан һәм аҡса ебәрә башлағас, уны һаҡсы туҡтатҡан. Уның менән бөтә осор бәйләнештә булғандар. Тик таңға ҡарай ул ағайыма шылтыратҡан һәм ысынбарлыҡты белгән. Әле иһә беҙгә ҡаршы ысын мәғәнәһендә бер ҙур армия эшләй. Ул саҡта әсәйем менән енәйәтселәр эш иткән, уға Һамар төрмәһенән шылтыратҡандар. 100 тапҡыр шылтыраталар, бер кеше булһа ла эләгеп, 150 мең һум бирһә насармы ни? Радий Фәрит улы республика журналистарына мөрәжәғәт итте һәм был теманы йышыраҡ яҡтыртыуҙы һораны. – Нисек район дауаханаһының баш табибы булып эшләгән кеше мутлашыусылар шылтыратыуынан һуң, сығып китеп, 10 миллион һум аҡса алып, уны алдаҡсыларға ебәргән? Беҙҙең Хакимиәт хеҙмәткәре лә ебәргән. Ә бит кемдер уларға ышанып кредит ала. Кешеләргә аңлатырға, улар менән һөйләшергә кәрәк. Иң яҡшыһы, таныш түгел номерҙы алмаҫҡа кәрәктер. Улар бик оҫта эшләй. Иҫкәртеү эшен көсәйтергә кәрәк, – тине ул. Фото: vmo24.ru