Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһының табип-хирургы Ирина Чендулаева медицина хеҙмәткәрҙәренең 17-се бригадаһы составында етенсе командировкаһына юл алды. –Хәҙерге ваҡытта Красный Луч ҡалаһында балаларҙы ҡабул итәм. Пациенттарҙың һаулығын тикшерәбеҙ, диагноз ҡуябыҙ, кәрәк тип тапҡанда, оператив дауалау өсөн Луганск ҡалаһына оҙатабыҙ, – ти табип. Ул эшләгән поликлиника кескәй пациенттарға ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бәләкәй операция бүлмәһе менән йыһазландырылған, тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. –Йыл буйына поликлиникаға бик күп яңы ҡорамал килтерелде. Элек бында хирург та булмаған, шуға күрә ҡабул итеүгә сирҙәре аҙған, ҡатмарланған үҫмерҙәр килә. Беҙҙең республикала бындай сирҙәр бала тыуғандан һуң тәүге айҙарҙа уҡ асыҡлана. Тәүге айҙарҙа эшләүе ауыр булды. Ата-әсәләргә заманса операцияһыҙ балаға ярҙам итеүе мөмкин булмауын аңлатыуы ауыр ине. Улар балаларының сәләмәтлеге өсөн бик борсола. Хәҙер эш күпкә еңеләйҙе, халыҡ беҙҙе ҡурҡмай ҡабул итә, ышаныс белдерә, – ти белгес. Ирина Геннадьевна бала саҡтан табип булырға хыялланған. Үҙен бары хирургияла күрә. Ата-әсәһе лә уның ҡарарын хуплай. Командировкала сағында ла яҡындары, ғаиләһе уның өсөн ҙур терәк, буш ваҡыты булыу менән улар менән тиҙерәк аралашырға, хәлдәрен белешергә тотона... Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.