Башҡортостан Башлығының тура бәйләнешенә килгән һорауҙарҙың ҙур өлөшө көтөлгәнсә юлдар темаһына арналды. Иглин районының Боланторған ауылында йәшәгән Елена Ҡалтаева “Төҙөүсе” баҡсасылар ширҡәте исеменән юл төҙөү тураһында һорау бирҙе. Бында юлдың бер өлөшө төҙөлгән, әммә уны дауам итеү кәрәк. Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән Ауыл хужалығы министрлығына был баҡсаларҙың ҡайҙалығын асыҡларға һәм юлдарҙы яңыртыу эшен дауам итергә ҡушты. – Беренсе тапҡыр аҡсаны баҡсасылар ширҡәттәренә юлдарҙы яңыртыу, электр менән тәьмин итеү һәм сүп-сарҙы йыйыштырыуға бүлә башланыҡ. Баҡса – ул ял урыны ла, аҡса эшләү мөмкинлеге лә, ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләү мөмкинлеге лә. Шуға баҡсасыларҙың юл һорауы аңлашыла. Киләһе йылға аҡса шулай уҡ һалынды. СНТ-ға юл һалыу өсөн уның эсендә тәртип булырға, электрға түләнгән, дисциплина булған, етәксеһе эшләгән булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. Социаль селтәрҙәр аша Нөгөш һыуһаҡлағысына барған юлды ремонтлауға бәйле һорау килде.