Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше дауам итә. Әлеге минутҡа килгән һорауҙарҙың һаны 1500-гә еткән. Башлыса улар социаль селтәргә килә. Һорауҙар араһында сәйәсәткә бәйлеләре лә күп. Радий Фәрит улынан: "Киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡһығыҙмы?" - тип һоранылар. – 2024 йылдың сентябренә тиклем ваҡыт күп, уға тиклем йәшәргә кәрәк. Әйткәнем бар: мин Путин командаһы кешеһе, һәм ҡарарҙы тәү сиратта Владимир Владимирович ҡабул итәсәк. Әгәр ул кәрәк тип тапһа, “бар тағы эшлә” тиһә, мин эшләйәсәкмен, һайлауҙа ҡатнашасаҡмын. Әгәр башҡа ҡарарҙар булһа, тимәк, башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк һәм икенсе ерҙә эшләйәсәкмен. Шулай булғас, әйҙәгеҙ әҙерәк көтәйек, – тине ул. Шунда уҡ уға икенсе һорау бирҙеләр: “Владимир Путин Президент һайлауҙарында еңерме?” – Һеҙ ғәмәлдәге дәүләт башлығының рейтингтарын ҡарағыҙ. Хәл шундай, кешеләр уны һәм эшмәкәрлеген хуплай. Президенттың дәғүәселәре юҡ. Владимир Путин мартта үтәсәк һайлауҙа ҡатнашыр тип ышанам, – тине ул. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостан бер ниндәй ауырлыҡтарға, махсус хәрби операция барыуға һәм санкциялар аҫтында булыуға ҡарамаҫтан үҫешергә тейеш. – Беҙ үҙебеҙҙең эште башҡарабыҙ. Кешеләр балалар үҫтерергә, ҡыуанырға, спорт менән шөғөлләнергә, йәшәргә тейеш. Бер-береһенә агрессия күрһәтмәй, ябай кешеләрсә мөнәсәбәттәр һаҡланһын ине. Шул уҡ ваҡытта беҙгә ҡаршы бик ҙур провокаторҙар, диверсанттар, шпиондар, террорсылар һәм башҡалар армияһы эшләй. Мин хоҡуҡ һаҡсыларына рәхмәт әйткем килә: Федераль именлек хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Росгвардия – улар үҙ эштәрен лайыҡлы башҡара. Ошо ваҡыт эсендә республикала бик күп хәүефле хәлдәр туҡтатылған. Махсус хәрби операция ваҡытында беҙ иғтибарлыраҡ булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.