Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡы менән аралаша. Уға ошо минутҡа меңдән ашыу һорау килгән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, “тура бәйләнеш” уның өсөн бурыс түгел, ә кире бәйләнеш, республикалағы хәлдәрҙе, халыҡтың Хөкүмәт эшмәкәрлеген нисек баһалауын белеү өсөн мөмкинлек. “Төрлө һорауҙарға яуап биреп ултырыуы еңел түгел, әлбиттә. Мин ҡайһы берҙәрен ҡарап сыҡтым, уларҙың күптәре “көндәлек” мәсьәләләр: юл ремонтлау, газ үткәреү һәм башҡалар. Был кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы тиҙ арала хәл ителеү юлы”, – тине ул. Көтөлгәнсә, һорауҙарҙың төп өлөшө махсус хәрби операция темаһына арналды. Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич үҙҙәренең комитетының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм һорауын бирҙе. “Республиканан бик күп гуманитар ылауҙар ебәрелгәнен беләбеҙ. Ошо көндәрҙә генә 101-се ылау китте. Гуманитар ярҙам һәм егеттәргә яҡындары ебәргән адреслы ярҙам барып етәме икән?” - тип һораны ул. – Беҙҙә логистика һәйбәт ойошторолған. Башҡортост