Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итә ала

30 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы директорының инвесторҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Адель Макарова бизнес вәкилдәрен “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса булышлыҡ итеү, республика биләмәһендә дәүләт ярҙамы сараларын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса кәңәш бирә. - Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты тарафынан бизнес вәкилдәре үҙ эшендә юлыҡҡан төп проблемалар ҡарала. Ошонан сығып, эшҡыуарҙарҙың һорауҙары нигеҙендә төп проблемаларға анализ нигеҙендә эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса белгестәрҙе консультациялар үткәреү һәм семинарҙар ойоштороу өсөн саҡырабыҙ, - тине ул. Республиканың бизнес-омбудсмены Ирина Абрамова, “Бизнесҡа хоҡуҡ” лекторийы” проектына ярашлы, Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә үткәрелгән консультациялар эшҡыуарҙарға бизнеста хаталарға юл ҡуймаҫҡа, эш сифатын яҡшыртырға, үҙ хоҡуҡтарын яҡларға булышлыҡ итеүе хаҡында белдерҙе. - Ошондай саралар ярҙамында бизнес йәмәғәтселеге менән Башҡортостанда күрһәтелгән дәүләт ярҙам саралары, корпорацияның эшҡыуарҙарға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында әңгәмәләшә алабыҙ, - тине республиканың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә консультацияға һәм ҡабул итеүгә +79174001818, +7(347) 218-18-18 телефондары йәки business@bashkortostan.ru электрон почтаһы буйынса яҙылырға мөмкин. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22404/