Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар етәкселәре, подряд ойошмалары вәкилдәре һәм юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән берлектә һәр аҙналағыса объекттағы төҙөлөш эштәре барышын тикшерҙе. 2023 йылдың декабрендә асылырға тейеш 15 ҡатлы бина файҙаланыуға әҙер тиерлек. Ете ҡатлы IQ-паркта биҙәү эштәре бара. Инженер коммуникациялары үткәрелгән, йылытыу системаһы тоташтырылған, мебель килтереүгә әҙер. Көн һайын төҙөлөштә өс сменала 600-ҙән ашыу кеше эшләй. Эштәрҙе генераль подрядсы «Уралком» компанияһы менән килешеү сиктәрендә концессионер - «Кампус» компанияһы алып бара. Премьер-министр етәкселегендәге комиссия проекттың беренсе сиратының беренсе һәм икенсе ҡаттарындағы биналарҙың әҙерлеген тикшерҙе, БДМУ, ӨДНТУ һәм ӨФТУ ректорҙары менән ҡорамалдарҙы килтереү графигын тикшерҙе. «Система концессиялары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мәғлүмәте буйынса, мәғлүмәт һәм мультимедиа системаларын поставкалау контракт менән нығытыласаҡ. Беренсе ҡаттағ