Радий Хәбиров махсус хәрби операцияның алғы һыҙатында булып ҡайтты
Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияның алғы һыҙатында булып ҡайтты. Эш сәфәре ваҡытында ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре менән осрашты. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә беренсегә түгел. Был юлы ла эш сәфәренең төп маҡсаты — Башҡортостан хәрбиҙәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, уларҙың уй-фекерҙәрен ишетеү, ярҙам ҡулын һуҙыу. Радий Хәбиров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы бүлексәләренең береһендә булды. Унда ул командирҙар һәм яугирҙәр менән аралашты, яугирҙарыбыҙҙың йәшәү, хеҙмәт итеү шарттары менән танышты. Хәрбиҙәрҙе бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәъмин итеү, ялдарын ойоштороу, яҡындарына ярҙам итеү.... Бер һорау ҙа күҙ уңынан ысҡынманы. Төбәк етәксеһе полк командирҙары һәм хәрбиҙәре менән аралашты һәм барлыҡ теләк-үтенестәрен тыңланы. Аралашыу мәлендә егеттәргә ағас һәм ҡорамалдар кәрәклеге асыҡланды. Радий Хәбиров был һорау буйынса тиҙ арала тейешле күрһәтмә бирергә вәғәҙәләне. Командировка ваҡытында төбәк етәксеһе берҙәм логистика үҙәгенең эше менән дә танышты. Тап ошо үҙәккә республиканан гуманитар йөк менән даими ярҙам килә, уларҙы Башҡортостан хәрбиҙәренә һәм урындағы халыҡҡа тараталар. Эш сәфәре мәлендә Радий Хәбиров хәрби хеҙмәт ваҡытында ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарға дәүләт наградалары – Шайморатов миҙалдары тапшырҙы.Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның Башҡортостан яугирҙәре менән осрашыуҙары дауам итәсәк. Республика хәрбиҙәренә, һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү төп мәсьәлә булып ҡаласаҡ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».