Бер осор Англияла хатта эшләпә өсөн да һалым түләткәндәр. Аҙаҡ дәүләт алдындағы ошо бурысын үтәгән кешенең баш кейеменә дәлил булараҡ махсус билдә баҫҡандар. Әлбиттә, ошондай хәлдән һуң эшләпәне һирәгерәк һатып ала башлағандар. Кемдең кеҫәһенән әллә ни кәрәк булмаған әйбер өсөн аҡсаһын сығарып һалғыһы килһен инде? Был баш кейеменә ихтыяж кәмегәс, эшләпә һатыусыларҙың да кәйефе төшкән, сөнки килем сығанағы булған әйбергә ҡәҙер бөткән. Шуға улар тауарын үҙгәртеп, бөтөнләй икенсе атама менән һата башлаған. Ошо хәлдән һуң властарға ла “эшләпә законы”на үҙгәрештәр индерергә тура килгән. Был, әлбиттә, бер нисә быуат элек теркәлгән хәл. Ул саҡта закондар ҙа хәҙерге кеүек артыҡ камил булмаған. Хәҙер иһә һалымға ҡарата бөтөнләй икенсе ҡараш. Мәҫәлән, Швецияла бала тыуғас уҡ уға махсус үҙенсәлекле һандар “һуғыла”, шулай итеп, уларҙың сабый саҡтан уҡ “алған” килем күләме асыҡлана. Ә Японияла башланғыс кластарҙа уҡ һалым системаһы тураһында дәрестәр үткәрелә. Был илдәрҙә һалым түләүгә бик етди ҡараш булдырылған. Рәсәйҙә лә һәр кем милек өсөн һалым түләүҙең мотлаҡ икәнлеген яҡшы белә. Быйыл был ғәмәлде 1 декабргә тиклем атҡарырға кәрәк. Һалым белдереүен күп функциялы үҙәктәрҙә йәки теләһә ниндәй һалым органында алырға мөмкин. Һалымды һалым түләүсенең шәхси кабинеты, “Физик берәмектәр һалымы” мобиль ҡушымтаһы һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталында (һалым органдарынан документтар алыуға ризалыҡ булһа), шулай уҡ банктың теләһә ниндәй бүлексәһендә, түләү терминалдарында йәки почта бүлексәләрендә түләргә була. Фото: nalog.gov.ru