Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәләк булған ҡатындың тағы ике балаһы ҡалған

Кисә Нуриман районында, Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка юлында 37 йәшлек ҡатын менән уның ете йәшлек ҡыҙының ғүмере өҙөлөүө тураһында хәбәр иткәйнек. “Киа Рио” машинаһында хәрәкәт иткән водитель ҡатын “ВАЗ-21213” автомобиленә бәрелә. Тәүге машиналағылар шунда уҡ һәләк булһа, икенсеһендә барғандар - дауаханала. Әле асыҡланыуынса, “Нива” машинаһында Иглиндә йәшәгән кешеләр булған: 1982 йылғы ир һәм 1989 йылғы пассажир ҡатын. Водителдең ҡабырғалары һынған, ҡатын кешенең йәрәхәттәре ауыр түгел. Һәләк булғандар Нуриман районының Нимесләр ауылында йәшәгән. Ҡатын ҡыҙы менән Павловка яғынан Өфө йүнәлешендә китеп барған. Уҙып китеү рөхсәт ителгән урында ул ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, тик ныҡ боҙлауыҡ шарттарында машинаһына идараны юғалтҡан һәм “Нива”ға барып бәрелгән. Уның артына тағылған арбала мини-трактор тейәлгән булған. Бәрелештән һуң транспорт саралары трасса буйлап һибелгән, ә “Киа” юлдан ауған. “Ҡатын хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән булған, тик ҡаты бәрелештән һуң ул машинаһынан сығып осҡан. Ҡыҙы иһә әсәһенең артында махсус креслола ултырған. Бәрелеш машинаның уң яғына тура килгән, унда кешеләр ултырмаған. Әммә барыбер эҙемтәләр ҡурҡыныс”, – тигәндәр ЮХХДИ-ла. Шуныһы аяныслы, ҡатын өс бала әсәһе булған. Атаһы менән тағы ике бала ҡалған. Янында булған ете йәшлек ҡыҙы быйыл саҡ мәктәпкә барған, бейеү менән ҡыҙыҡһынған. Ҡатын хужабикә булған. Фажиғә урынына уның ире килгән, ҡатыны менән ҡыҙының кәүҙәләрен үҙе ритуаль машинаға тейәгән. Ир бик ҡайғылы һәм шок хәлендә булған, һөйләшерлек хәлдә булмаған. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, авария унынында ныҡлы боҙлауыҡ булған. Әле юлды баланста тотоусы исеменә административ эш асылған. Хоҡуҡ һаҡсылары был эште тикшереүҙе дауам итә. Беҙ ҡатындың һәм баланың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Фото: ЮХХДИ.