Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һауа торошо көндән-көн аптырата...

Һауа торошо көндән-көн аптырата. Ноябрь тамамланып килһә лә, ҡар ятмай, боҙло ямғыры менән һынай. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ҡоторған ғәрәсәт эҙемтәләре яйлап беҙҙең яҡтарға ла илеп етте. Ел, ҡарлы ямғыр епшек ҡар менән алмашынды. Урамдарҙағы боҙлауыҡ арҡаһында атлауы ҡыйынлашҡанын һиҙҙегеҙме? Баш ҡалала бөгөнгө иртә 8 – 9 баллыҡ тығындар менән башланды. Ҡаланың коммуналь хеҙмәткәрҙәре иртә таңдан юлдарҙы ҡарҙан таҙарта, ҡом-таш, тоҙ һибә. Социаль объекттар, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, тротуарҙар ҡарҙан таҙартыла. Йәмғеһе Өфө урамдарына 300 берәмек техника, 400 кеше көслө яуым-төшөм эҙемтәләре менән көрәшә. Синоптиктар белдереүенсә, бындай һауа торошо аҙна аҙағына тиклем буласаҡ. Республикаға һыуыҡтар декабрь башында ғына киләсәк. Ауыр ҡар арҡаһында, ағастар һынған. Бындай 15 осраҡ теркәлгән һәм һынған ағас тиҫтәләгән автомобилгә зыян килтергән. Ә һеҙҙә бөгөн һауа торошо нисек? Боҙло ямғыр яуҙымы?