М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры төбәк-ара гастроль туры барышында Өфөгә килде. Күршеләр М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә “Время Z” спектаклен ҡуйҙы. Ул Ырымбурҙа билдәле шағир Виталий Молчановтың әҙәби-драматик композицияһы буйынса сәхнәләштерелгән. Ҡуйыусы режиссеры – беҙҙең яҡташ, күренекле режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов. “2022 йылдың 24 февралендә илемдә күп нәмә үҙгәрҙе. Ҡайҙалыр алыҫта булып, яңылыҡтарҙа ғына ишетелеп ҡалған нәмәләр... хәҙер барыһына ла ифрат яҡынайҙы... һәм ҡурҡынысҡа әйләнде... Бөтәһе өсөн дә” – Донбасстағы күп ваҡиғаларҙың шаһиты булған шағирҙың әҫәре шулай тип башлана. Театр барыһын да борсолдорған теманан ситтә ҡала алмаған. Артистар шағирҙың Донбассҡа, Ҡырымға сәфәренән яҙылған шиғырҙарын, “Донецк” поэмаһынан өҙөктәрҙе уҡыны. Был әҫәре өсөн В. Молчанов А. Дельвиг исемендәге “Һүҙгә һәм Ватанға тоғролоҡ өсөн”(“За верность Слову и Отечеству”) премияһына лайыҡ булған. Сығыштар ваҡытында