Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә юридик форум уҙғарыла

30 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Өфөлә 9-сы Бөтә Рәсәй юридик форумы уҙғарыла. Был сара Рәсәйҙә Юрист көнөн байрам итеүгә арналған. Форум 30 ноябрҙә “Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар” тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция менән башлана, уны Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы С.С. Алексеев исемендәге Шәхси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәге ойоштора. Был ойошма гражданлыҡ ҡануниәте һәм шәхси хоҡуҡ өлкәһендә фәнни-тикшеренеү һәм белем биреү эшмәкәрлеген алып бара. Конференцияла ҡатнашыусылар гражданлыҡ-хоҡуҡ яуаплылығы һорауҙарын тикшерәсәк. “Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар” проектынының бурысы - шәхси хоҡуҡ идеяһын күтәреүҙе, цивилистик фәндә яңы исемдәр эҙләүҙе, Рәсәй ҡалаһының фәнни мәктәптәрендә тығыҙ аралашыуҙы ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя. 1 декабрҙә форум Рәсәй федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Советтың күсмә ултырышы менән дауам итәсәк. Фото: Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтан.