Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итеүсе Ғәбиҙә Ибраһим ҡыҙы 91 йәшен билдәләгән. Уны яҡын туғандары, таныш-белештәре ҡотлаған. Ғәбиҙә һәм Фазлетдин Баййегетовтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәй ирен һәм өс балаһын үҙ ҡулдары менән ерләгән. – Фазылым, яратып уға шулай өндәшә инем, менән бик татыу йәшәнек, бер ҡасан да һүҙгә килешеп ултырған булманы, – тип үткәндәрҙе хәтерләй Ғәбиҙә инәй. – Ҡуй инде, балаларымдың үлемен ишетеү-күреү, ер ҡуйынына һалыу бигерәк ауыр икән. Ғәбиҙә Баййегетова әле ҡыҙы Сулпан һәм улы Фәнистең ҡәҙер-хөрмәтендә генә йәшәй. Әйткәндәй, ул тыумышы менән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан. Өс йәштә генә атайҙары үлгән, әсәһе итәк тулы бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. Ғәбиҙә Ибраһим ҡыҙы бик бәхетле. Ул һигеҙ ейән-ейәнсәренә һәм ун бүлә-бүләсәренә бауыр баҫа. Ғәжәп бит, инәй 91 йәшендә лә гәзит-журналдар уҡый. Фото: Сулпан Билалова.