Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең урамға ла байрам киләсәк!

Краснокама районының Иҫке Бөртөк ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән бинаның эшләй башлауын ауылдаштар түҙемһеҙлек менән көтә. Модулле конструкция урынлаштырылған. Тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн тейешле уңайлыҡтар булдырылған, фельдшер, ҡабул итеү, прививка, процедура кабинеттары, персонал өсөн ял бүлмәһе бар. Әлеге көндә медицина эшмәкәрлегенә лицензия документтары әҙерләнә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүге медицина-санитар ярҙамы бүлексәһенән 14 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Пациенттарҙы фельдшер Светлана Шакирова ҡабул итәсәк. – Яңы ФАП 229 кеше йәшәгән Иҫке Бөртөк ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Йәшәгән урынға яҡын ерҙә тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлеге яҡташтарыбыҙ өсөн бик мөһим, – тип билдәләне Светлана Шакирова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.