Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡабаҡ егетенә –- бер юлы дүрт награда!

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашҡан. “Яҡташыбыҙ, “Таһир” позывнойлы яугир махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта. Ә яңыраҡ уның хәрби бәрелештәрҙә ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бер юлы дүрт дәүләт наградаһына –“Хәрби отличие өсөн” , “Георгий Жуков”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” миҙалдары һәм Батырлыҡ орденына лайыҡ булғанын белдек. Яугир Һәүәләй ауылында тыуһа ла, бала сағы һәм йәшлеге күрше Ҡабаҡ ауылында үтә. Әсәһе әйтеүенсә, улы бәләкәй сағынан хәрби булырға хыялланған. Мәктәпте тамамлау менән армияла хеҙмәт иткән осорҙа хәрби хеҙмәткәр статусын ала. Рәсәй Оборона министрлығы менән беренсе контрактты “Таһир” бынан ун йыл элек төҙөй, аҙаҡ ғаилә ҡора, улы бар. Бөтә ҡатмарлыҡтарға, ғаиләһе, туғандары менән айырылышыуға ҡарамаҫтан, ул 2019 йылда контракт буйынса хеҙмәт итеүен дауам итә һәм әле лә алғы һыҙыҡта! Беҙ яугирҙе лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ!” Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: контракт төҙөү тураһындағы һорауҙар буйынса берҙәм 117 белешмә номерына шылтыратырға мөмкин, Ситуация үҙәгенә 122 йәки +7 (347) 218-19-19 телефон номерҙары буйынса шылтыратырға була. Шулай уҡ яҡындағы “Минең документтар” Күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һорауҙарығыҙға яуапты башбат.рф сайтында һәм ТеLegram сайтында чат-ботта табырға мөмкин. Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.