Ҡыҫала, балыҡ тотоуҙың законһыҙ осраҡтары бында йылдан-йыл арта. Браконьерҙар көнөнә генә 20 меңдән ашыу ҡыҫала тотоп һата. Балыҡтарҙы һаҡлау инспекторы менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова рейдҡа сыҡты.
Константин Ламзутов өсөн был инде ғәҙәти күренеш. Аҙна һайын тиерлек уға йөҙләгән килограмм балыҡ һәм ҡыҫаланы киренән күлгә ебәрергә, километрҙарға һуҙылған селтәрҙәрҙе юҡ итергә тура килә.
Бер тәүлек эсендә генә 550 метрлап селтәр яндырыла һәм 450 килограмм ҡыҫала һәм балыҡ күлгә кире ебәрелә. Инспекторҙар һуңғы арала браконьерҙарҙың үтә лә аяуһыҙ булыуына зарлана. Ау ҡоралдарын тартып алыу браконьерҙарҙы һис кенә лә ҡурҡытмай, табыш алыу маҡсаты уларҙы күлгә ҡабат алып килә.
Йәмәғәтселәр законһыҙ табыш алыу менән күп осраҡта урындағы ауыл халҡының шөғөлләнеүен асыҡлаған. Улар күлдә моторлы кәмәләрҙә йөрөүҙән дә тартынмай. Башҡортостанда ҙурлығы буйынса 2 –се урында булған күлдең мөхитенең үҙгәреүе лә борсомай браконьерҙарҙы.
Закон буйынса, бер кешегә көнөнә 10 сантиметрҙанда кәм булмаған 20 ҡыҫала тоторға ярай. Әммә Ҡандракүлдә ҙур ҡыҫалалар һирәк осрай, сөнки улар үҫеп тә өлгөрмәй, браконьерҙар селтәренә эләгә.
Браконьерҙарға ҡаршы көрәштә иснпекторҙар ғына түгел, дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ла йәлеп ителгән
Битараф булмаған һәр кем күлде браканьерҙарҙан һаҡларға тырыша. Урындағы спорт клубы ла ярҙамға килгән.
Йәмәғәтселек һәм инспекторҙар күлде браконьерҙарҙан һаҡлауҙа тағы ла бер-нисә ойошмаға мөрәжәғәт итергә йыйына. Тик күмәк көс менән генә тәбиғәт мөғжизәһен ҡотҡарып буласаҡ, ти улар.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».